Башҡортостан башлығы муниципаль берәмектәр етәкселәренә ҡырҡа иҫкәртеү яһаны.
Мобилизацияла эләгеүсе яҡташтарабыҙ сифатлы әҙерлек үтергә тейеш. Был уларға хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров Хөкүмәт ағазалары, ҡала-район хакимиәте башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда өлөшләтә мобилизацияны ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. «Мобилизацияланған барлыҡ яҡташтарыбыҙға ҡарата төп принцибыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай! Шуға ла резервистарҙы әҙерләү майҙансыҡтарында килеп тыуған һорауҙарҙы оператив хәл итеү өсөн төбәк башлығы кәңәшселәрен тәғәйенләү мәсьәләһен хәл итергә ҡушам» – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы шулай уҡ муниципаль берәмектәр етәкселәренә ҡырҡа иҫкәртеү яһаны. «Әгәр повестка һеҙҙең туғандарығыҙ, йәки яҡындарығыҙға килә икән. Минең ишекте шаҡырға кәрәкмәй. Барыһын да закон буйынса хәл итегеҙ тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡоростан башлығы мобилизацияға эләгеүселәрҙең яҡындарына ярҙам ойоштороу кәрәклеген билдәләне. Бының өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре хужалыҡ эштәрендә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алышыуҙа, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итергә тейеш.