Башҡортостан башлығы Ижевскиҙағы фажиғәгә бәйле төбәк халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты.
«Күршеләребеҙҙә ҡурҡыныс бәлә – Ижевскиҙағы мәктәпкә һөжүм итеү. Яралылар һәм һәләк булыусылар, балалар һәм өлкәндәр бар. Республикала йәшәүсе барса халыҡ исеменән тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Көс һәм ҡаһарманлыҡ һеҙгә. Башҡортостан һеҙҙең менән! Беҙ һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ», - тип белдергән Радий Хәбиров.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ижевск мәктәбендәге атыш һөҙөмтәһендә 13 кеше, шул иҫәптән 7 бала һәләк булған. 21 кеше яраланған. Уларҙың 14-е балалар.