Ирекле отрядта хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ апрелдә Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла үлемесле яраланған.
Хәрбиҙең әсәһе Татьяна Васильевна менән әңгәмә барышында төбәк башлығы республика геройҙың ҡыйыулығын бер ваҡытта ла онотмаясаҡ һәм яҡындарына ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Әле кардиоүҙәктә уларҙың яҡындарын дауалау һәм реабилициялау өсөн махсус программа әҙерләнгән.
Радий Хәбиров ҡатынға медицина учреждениеһында дауалау курсы үтергә тәҡдим итте. Бынан тыш, төбәк етәксеһе күрһәткән батырлығы өсөн геройҙың әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы.
Илдар Байбулатов