Беҙ булмаһаҡ, кем? Ошондай яуапты беҙгә бөгөн бик күп ир‐егеттәрҙән ишетергә тура килә. Ҡасандыр ил алдындағы хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан, әлегә тиклем эшләп йөрөгән егеттәр, донъя көткән ғаилә башлыҡтары хәрби комиссариат тарафынан ебәреләгән саҡырыу ҡағыҙҙарын ҙур ныҡлыҡ менән ҡаршы алды. Бөгөн ил уларҙың ярҙамына мохтаж икән, уны һаҡларға барыуҙан бер кем дә баш тартманы.
Был осраҡта, әлбиттә, иң ҡыйыны ил һаҡларға тип юлға сыҡҡан егеттәрҙең ғаиләләренә – уларҙың ата‐әсәләренә, ҡатындарына, балаларына. Күҙ‐йәштәрһеҙ ҙә булмай. Ниғәмәт ауылынан Әсмә Мырҙағалина Чечен һуғышын үткән, бөгөн инде балалар атаһы булған улы Әҡсән Мырҙағалинде тағы ла Ватанды һаҡларға оҙата.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин егеттәргә үҙ фатихаһын еткерҙе, шулай уҡ күптән түгел Украинала барған махсус хәрби операцияла үтәгән бурыстары өсөн генерал Шайморатов орденына лайыҡ булған Данис Аслаев та сығыш яһаны.
21 сентябрь көнө Рәсәй президенты Владимир Путин илдә өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәткә запаста торған, хәрби-иҫәп һөнәрҙәре булғандар саҡырыла.