Яҡташтарыбыҙ Пенза, Һарытау, Ҡазан, Вольск һәм Йылан хәрби частарында әҙерлек үтәсәк

Был турала республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифинг барышында белдерҙе.

Ул шулай уҡ мобилизация шарттарына ла туҡталды. Хәрби комиссар билдәләүенсә, повестка кешегә шәхсән тапшырыла. Уны кемгәлер ҡалдырып китеү дөрөҫ түгел. Шуға ла республика халҡына командировка йәки ялды өҙөп өйгә ашығырға кәрәкмәй тине, Михаил Блажевич.

– Мобилизацияға тәү сиратта 35 йәшкә тиклемге, армияла хәрби хеҙмәт үткән, тейешле хәрби иҫәп һөнәре булған ир-егеттәр йәлеп ителә. Хәрби тәжрибәһе булғандарға өҫтөнлөк бирелә. Һирәк һәм үҙенсәлекле хәрби һөнәргә эйә 45 йәшкә тиклемгеләр ҙә саҡырылыуы ихтимал, – тине Михаил Блажевич Башҡортостан юлдаш телеканалында мобилизация мәсьәләһе буйынса үткән брифингта.