Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәте, 10-сы спорт мәктәбе менән берлектә Өфөлә мини-футбол буйынса чемпионат үткәрҙе.
Спорт ярышында ҡатнашыусы 7 команда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән старшина, зауряд сотник һәм хорунжийҙар исеме менән аталыуы бер ҙә осраҡлы түгел.
1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына арналған мини-футбол буйынса чемпионат һуңында спорт һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусылар бүләкләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосоповҡа Башҡортостандың «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәтенең 85 йыллығы юбилей миҙалы, ә спорт сараһын юғары кимәлдә ойошторған хеҙмәткәрҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Командалар рух, физик көстө үҫтереү ярыштарын даими үткәрергә тигән ҡарарға килде.
Гүзәл Борханова