Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 84 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Был сумма һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсе звеноһын яңыртыу өсөн йүнәлтелә. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустиндың ошо турала күрһәтмәһе бар. Бирелгән аҡсаға ауыл, ҡасаба һәм бәләкәй ҡалаларҙың медицина учреждениларына ҡорамалдар, махсус автомобиль алыу ҡарала. Документҡа ярашлы, тиҙ төҙөлә торған модулле медицина пункттары һалыу һәм биналарҙы капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла. Федераль ярҙам Рәсәйҙең 50-гә яҡын төбәгенә бүленә. 2025 йылға тиклем ил Хөкүмәте беренсел звено үҫеше өсөн 500 миллиард һум йүнәлтергә ҡарар иткән.