Мотлаҡ саҡырылыш буйынса хеҙмәттән ҡайтыусылар өлөшләтә мобилизацияға эләгеүе ихтимал

  Барыһы ла  уның  хәрби һөнәренә  бәйле. Был турала Башҡортостан  хәрби  комиссары  Михаил Блажевич белдерҙе.  - Көҙөн армиянан ҡайтыусыларға үтә һаҡсыл ҡараясаҡбыҙ. Хәрби комиссариатта теркәгәндә шунда  уҡ  саҡырыу  ҡағыҙы тоттормайбыҙ.  Әммә үтә  һирәк булған  хәрби  белгестәрҙе  алырға  мөмкин. Закон быға  ҡаршы килмәй,  - тине  Михаил Блажевич.