Башҡортостандан тәүге командалар Ҡораллы көстәргә оҙатылды. Уларҙың 30 проценты үҙ ирке менән. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика хәрби комиссары Михаил Блажевич шулай тип белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Өлөшләтә мобилизация барышында хәрби комиссариатҡа халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән. Уларҙың барыһын да ентекләп өйрәнәбеҙ”, - тине Михаил Блажевич.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы мобилизацияланған граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға иғтибар итергә ҡушты. Резервтағыларҙың эш урыны һаҡланырға тейеш, тине Радий Хәбиров. “Хеҙмәт килешеүе өҙөлмәй, ул туҡтатылып тора”, - тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Башҡортостан Башлығы ир-егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы тантаналы шарттарҙа уҙғарырға, уларҙы юлға ризыҡ һәм дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушты