Бүздәктәр “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында беренсе урын алды

“Мин яратам һине, тормош!” Өфөлә оло йәштәгеләр араһында республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Унда төрлө райондарҙан иң яҡшы ижади коллективтар ҡатнашты. Бүздәктән йыйылма хор конкурста беренсе урын алды. Бөгөн ул “Торатау” Конгресс-холы сәхнәһендә сығыш яһаны. “Серле шишмә” вокаль ансамбле солисы Люциә Ғарифуллина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале 2012 йылдан ойошторола. Унда оло йәштәге һәүәҫкәр артистар ҡатнаша.