Һәр бер тауыш мөһим. Бөгөн Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе тураһында референдумдың һуңғы көнө үтте. Тауыш биреүгә старт 23 сентябҙә бирелгәйне. Башҡортостанға был төбәктәрҙән күсеп килгән граждандар өсөн Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында һайлау участкалары ойошторолдо. Тарихи ваҡиғала ҡатнашыусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Запорожье, Херсон өлкәләре, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән һайлау комиссиялары вәкилдәре Башҡортостанда референдумдың барлыҡ ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолоуын билдәләй.
Уҙған дүрт көндә тауыш биреү күсмә шарттарҙа уҙғарылһа, йомғаҡлау этабы Өфө һәм Стәрлетамаҡта булдырылған ике һайлау участкаһында үтә. Донбасс яҡтарынан күсеп килгән граждандар билдәләүенсә, бөтәһе өсөн дә был күптән көтөп алынған тарихи ваҡиға.
Өфөләге һайлау участкаһына Донбасстан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күсеп килгән граждандарҙы ваҡытлыса йәшәү пункттарынан ойошҡан рәүештә алып килделәр. Тауыш биреү бюллетендәре һәр төбәк өсөн ҡуйылған айырым йәшниккә һалынды.
Башҡортостан биләмәһендә ойошторолған референдумды Халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә юғары баһалағайны. Һайлау участкалары көндөҙгө сәғәт дүрткә тиклем эшләне. Йомғаҡлау протоколдары территориаль органдар һәм Үҙәк һайлау комиссияларына ебәрелде. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре вәкилдәре билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡушылыу биләмәләрҙең хәүефһеҙлеген арттырып, тарихи ғәҙеллекте тергеҙәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина