Һыуға батҡан судноны табып, зыян күреүселәрҙе ҡотҡарырға

Өфө районы Жуков карьерында төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында эшләгән водолаз станциялары араһында ярыш уҙғарылды.

Унда алты команда ҡатнашты, һәр ҡайһыһында дүртәр кеше. Барыһының да авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләү тәжрибәһе ҙур. Сара сиктәрендә тармаҡта эшләүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе.

Артабан һыу аҫтында реаль тормошҡа яҡынайтылған ҡаршылыҡтар үтте. Улар араһында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, гидротехник ҡоролмала авария эҙемтәләрен юҡ итеү кеүек ярыш этаптары ҡаралғайны.

Гөлназ Хәйбуллина