Иглин районындағы «Шишмә» баҡсасылар ширҡәтендә һәр участка иҫәпләү ҡоролмаһы менән тәьмин ителгән. Территориаль селтәр органына күсеү менән трансформаторҙар ҙа даими яңыртыла башлаған. Биләмәләге ыңғай үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Иглин районының «Шишмә» баҡсасылар ширҡәтендә алты йөҙгә яҡын участка иҫәпләнә, һәр береһе электр энергияһын иҫәпләүсе ҡоролма менән тәьмин ителгән. Йорт хужалары ресурс менән тәьмин итеүсе компания менән тура килешеүҙәр төҙөп, сарыф ителгән киловаттар өсөн генә түләй башлаған.
2020 йылда тап был баҡсасылар ширҡәте юридик шәхес булараҡ ҡулланылған ресурстар өсөн электр энергияһы менән тәьмин итеүсе компанияға һигеҙ миллион ярым һум аҡса бурыслы булған. Һөҙөмтәлә участкалар утһыҙ ҡала.
Муниципалитет менән берлектә шәхси иҫәптәр асыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт ебәрелә. Бурысты ябыу шарты менән урындағы халыҡҡа проблеманы хәл итеү юлы билдәләнә. Инженер коммуникация электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе компанияға һатыла. Ойошма үҙ сиратында һәр участкаға иҫәпләү ҡорамалдары ҡуя.
Биләмә тиҙ үҫешә, яңынан-яңы йорттар ҡалҡа. Электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе компания селтәрҙәр һуҙыу, транформаторҙарҙы яңыртыу, ҡеүәттәрҙе арттырыу буйынса ла һөҙөмтәле эш алып бара.
Иглин районындағы «Шишмә» баҡсасылар ширҡәтенә илткән юлда - хәҙер асфальт. Өс йөҙ метр участкала төҙөкләндереү эштәре быйыл август аҙағында тамамланған. Ремонт барышында яҡындағы автобус туҡталышы ла яңыртылған.
Был эштәр ҙә республика ярҙамы менән башҡарылған. Быйыл Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика баҡсасылар ширҡәттәрендә электр менән тәьминәт мәсьәләһен хәл итеү, юл инфраструктураһын яҡшыртыуға ҡаҙнанан йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Күләмле төҙөкләндереү эштәренә старт апрелдә үткән «Смарт-баҡсасы»форумында бирелгәйне.
Төбәктә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы күҙәтелә, ширҡәттәрҙең һаны ғына мең ярымға еткән. Шуға күрә урындарҙа инженер селтәрҙәр, инфраструктураны яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
Гөлназ Хәйбуллина