Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусылар өсөн Башҡортостан сигендә махсус пункт булдырылды

Илеш районында уларға билдәле ваҡытта ял итеп, тамаҡ ялғап, яҡындары менән һаубуллашып алырға мөмкинлек бирелә. Үткән төндә илештәр Мәсетле, Ғафури районы ир-егеттәрен ҡаршы алып хәрби әҙерлек үтәсәк нөктәгә оҙатты. Үрге Йәркәй ауылында ойошторолған махсус пункт хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Ғөмүмән, ризыҡ ассортименты төрлө. Улар көн дә тиерлек үҙгәртелеп тора. Ватан һаҡсыларын ҡаршы алып-оҙатыуҙарҙы Илеш районы эшҡыуарҙары, ауыл хужалығы предприятиелары ҡушҡуллап күтәреп алған.

Илеш районындағы махсус пункт уҙған шәмбе республика башлығы ҡушыуы буйынса булдырыла.

Дүшәмбенән шишәмбегә ҡарай төндә илештәр Ғафури, Мәсетле, Ауырғазы райондарынан бер төркөм ир-егеттәрҙе ҡаршы алды. Алты автобусҡа тейәлеп улар Ҡазан ҡалаһы эргәһендәге хәрби часҡа юлланған. Ватан һаҡсыларына юл теләктәрен әйтергә төбәктең хәрби хәрәкәттәр ветерандарын да бергә йыйҙы. Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булған замандаштарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы лайыҡлы хәрби хеҙмәт юлын үткән. Быны түштәрендәге орден-миҙалдарға ҡарап та баһаларға мөмкин.

Ир-егеттәрҙе илһөйәрлек рухы менән башҡарылған йырҙар оҙата. Сығыш яһаусылар араһында профессиональ сәнғәт вәкилдәре лә бар.

Тап ғаиләнән башланған илһөйәрлек төшөнсәһен хәрби хеҙмәткә алыныусылар үҙ миҫалында иҫбатлай. Шуға ла өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә ир-егеттәр Ватан саҡырыуын ҡабул итә. Бөгөн улар ил именлеген һаҡларға юл тотто.

Азат Ғәлиуллин