Хәйбулла районы халҡы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды

Урамдарҙы йәшелләндереү өсөн Йылайыр районы питомнигынан ҡайын һәм миләш үҫентеләре килтерелгән.

Экологик өмәлә 35 ойошма, мең ярым кеше ҡатнашҡан, 24 берәмек техника йәлеп ителгән. Аҡъяр ауылының төп урамына, юл буйҙарына, парктарға миләш, ҡайын, ҡарағай – йәмғеһе 655 үҫенте ултыртылған.

Лилә Мәҡсүтова