Башҡортостанда 162 милләт вәкилдәре ғүмер итә. Уларҙың һәр береһе үҙ традицияларын, халыҡ булараҡ үҙенсәлектәрен һаҡлаһын өсөн Рәсәйҙә, Башҡортостанда бөтә шарттар тыуҙырылған.
Республикала ғаилә ҡороп, төрлө өлкәлә эшләүсе кавказ халыҡтары ла үҙ традицияларын, милли үҙенсәлектәрен көй-моңдарҙа, дәртле бейеүҙәрҙә сағылдыра. «Ағиҙел буйҙарында ҡурай моңдарына һыбыҙғы, һорнай, каланчи көйҙәре» ҡушылған фестиваль 6-сы йыл рәттән үткәрелә. Мәҙәни сарала сит илдәрҙән яңы коллективтар сығыш яһаны, әзербайжан, дағстан, грузин, әрмән, чечен моңдары яңғыраны.
Гүзәл Борханова