Өфөлә «Беҙҙең өйҙөң йәме» моноспектакле донъя күрҙе!

Өфөнөң «Йәштәр» һарайында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса моноспектакль сәхнәләштерелде.

Билдәле башҡорт әҫәре менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский сығыш яһаны. Тамаша бер артист ҡатнашлығында барыуына ҡарамаҫтан, моноспектаклде һәр кем йылы ҡабул итте. Саранан шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла ситтә ҡалманы.

«Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы, ғөмүмән, айырым спектакль булараҡ республиканың ниндәй генә театрында сәхнәләштерелмәгән. Ә 2019 йылда Мостай Кәрим фонды һәм Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Һеңлекәш» фильмы донъя күрһә, бөгөн хәрби фильм донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителеп, тағы ла киңерәк аудиторияға сыға. Моноспектаклде республиканың район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡарай ала.

Азат Ғәлиуллин