Беренсе төркөм запастағы хәрбиҙәр әҙерлек үтеү өсөн уҡыу үҙәктәренә юлланды. Тәүге саҡырыуға башлыса ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткәндәр һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар алынды.
Комиссариатҡа повестка көтөп тормай үҙ теләге менән килеүселәр ҙә бар ине. Линар Хәмитов быға тиклем дә контракт нигеҙендә ҡыҙыу нөктәләрҙә булған. Хәрби операциянан ситтә ҡалырға намыҫым ҡушмай , тип билдәләй ул.
Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби әҙерлек үтеү өсөн Ҡариҙел райнынан да тәүге төркөм егеттәр юлланды. Саҡырыуҙы башлыса танкист, артиллерист, уҡсылар һәм водитель һөнәренә эйә булыусылар алған. Ғафури райоында иһә мобилизацияға саҡырылыусылар патриотик фильм ҡараны. Автобустар ҙа оҙатырға килгән барлыҡ халыҡ башҡарыуында «Шайморатов генерал « йыры менән ҡуҙғалды.
Сибай артистары «Шайморатов генерал» йырын юлда ла йырлап бара. Өлөшләтә мобилизацияға Сибай театр-концерт берекмәһенең 12, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының 3 актеры йәлеп ителде. Егеттәрҙең «Шайморатов генерал» йырын башҡарып юлға сығыуы төшөр»ән видеояҙма тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә таралды.
Мобилизацияға саҡырылыусыларҙы тотош район халҡы оҙата. Хәрби комиссариаттар алдына оҙатыусы кешеһе булмаусылар ҙа килә. Барыһының да бер теләк. Егеттәребеҙ хәрби операциянан иҫән һау әйләнеп ҡайтһын.
Айнур Кәбиров