Балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын үҙгәртеү мөһим

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов шулай тип иҫәпләй. Ижевск ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә атыш булды. 17 кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың 11-е балалар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле мәғариф учреждениеларын шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. Әммә балаларҙың именлеге профессионалдар яуаплылығында булырға тейеш, тигән фекерҙә Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әлеге осорҙа ата-әсәләр ҙә мәктәптәге именлекте тәьмин итеүҙә ҡатнашырға тейеш. Дежур итеүҙе ойошторорға мөмкин. “Ата-әсәләр профессиональ һаҡты алмаштырмай. Әммә улар хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүгә өлөш индерә ала”, - ти вице-спикер.