Бөгөн Өфөнөң Киров районы өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы оҙатты

Бөгөн Өфөнөң Киров районы өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы оҙатты. Сарала яҡындары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Улар Ватан һаҡсыларына үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Махсус операцияға алыныусыларҙың барыһы ла әрме сафында хеҙмәт иткән һәм ниндәй ҙә булһа хәрби һөнәргә эйә ир-егеттәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өлөшләтә мобилизиция буйынса һорауҙар менән Ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ. Шулай уҡ Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре социаль селтәрҙәрҙә лә эшләй.

«Аңлатабыҙ Башҡортостан» ресурсында чат-бот ғәмәлдә ҡала. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса йыш биргән һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.

Азат Ғәлиуллин