Туймазылағы автобетоновоздар һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Станкостроение» заводтары ике тапҡырға, Күмертау вертолет заводы утыҙ процентҡа, «Гидравлика» ун процентҡа етештереү ҡеүәтен арттырған.
Мәскәүҙә Башҡортостан башлығы «Ростех» корпорацияһының авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашты. Улар республика һәм дәүләт корпорация хеҙмәттәшлеге үҫеше буйынса Ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.
Радий Хәбиров Күмертау аваиапредприятиеһында етештерелгән янғын һүндереүсе К-32 вертолетының һөҙөмтәле эшләүен белдерҙе. Ултырышта кадрҙар әҙерләү һорауына айырыуса иғтибар бүленде. «Станкостроение» компанияһы менән берлектә Стәрлетамаҡ политехник колледжы нигеҙендә предприятиелар өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге булдырылған. Уны асыу өсөн республика «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 100 миллион һум күләмендә федераль грант алған.
Ростех корпорацияһына ингән предприятие етәкселәре үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. Шулай итеп, 2023 йылда «Станкостроение» 20-нән ашыу һанлы программалы идара итеү станоктарын сығарырға ниәтләй. Өфөнөң «Гидравлика» предприятиеһы яңы МС 21 пассажир һауа лайнерҙарын етештереүҙә ҡатнашасаҡ. Башҡортостан башлығы пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы сығарыу перспективалары тураһында һөйләне.