Иглин ауылы ҡул оҫталары район тарихын кейеҙ баҫып халыҡ кәсебе аша сағылдырҙы. «Рәсәй йәштәре» агентлығы гранты ярҙамында улар биләмәнең йылға-күлдәрен, урмандарын, иҫтәлекле тарихи урындарын күрһәтте.
Иглин районы һуғаны һәм татлы балы ла кейеҙ проектында урын алды. Борондан һаҡланған кәсеп аша гүзәл заттар район тормошона иғтибар йәлеп итеп, тарихи саралар ойошторорға әҙерләнә.
Флорида Ким