Йылы тәүҙә социаль учреждениеларҙа, шунан торлаҡ форттарҙа тоҡандырыла.
Өфөнөң Киров районында урынлашҡан 40-сы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әйтеүенсә, мәктәпкәсә учреждениеларҙа йылының ваҡытында бирелеүе мөһим. Сөнки кескәйҙәр бер-бер артлы сирләй башлай, ата-әсәләр эштәрен ҡалдырып балалары менән өйҙә ултыррыға мәжбүр була. Шуға күрә тәрбиәселәр һуңғы аҙнала көндәр бер аҙ һалҡынайтҡас, балаларҙы йылыраҡ кейендерергә, ауырытмаҫҡа тырышҡандар. Балалар баҡсаһында әйтеүҙәренсә, мәктәпкәсә учреждениела йылытыу миҙгеле быйыл ваҡытлы башланған.
Норматив буйынса, йылылыҡ һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градустан түбәнәйгәндә тоҡандырыла. Һуңғы арала көндәрҙең һалҡынайтыуы күҙәтелә. Шуға күрә Өфө ҡалаһы хакимиәте йылытыу миҙгелен 27 сентябрҙән башларға хәл иткән.
Рәмзиә Кәримова