5 мәктәптән тупланған 45 бала ике көн дауамында баш ҡаланың тарихи, иҫтәлекле урындары менән таныша, ял итәсәк.
Уҡыусыларҙың сәйәхәте «Мәктәп туризмы» проекты сиктәрендә ойошторолған. Пилот проект республикала быйылғы уҡыу йылында ғына старт алды. Программа буйынса 5-9 кластарҙа белем алған 11 меңдән ашыу баланың ялын ойоштороу ҡаралған.
Ошо маҡсатта 77 миллион һум аҡса бүленгән, сумманың 55 миллионы федераль, 22-һе республика ҡаҙнаһынан. Пилот проекты үҫеп килгән быуынды төбәктең хозур тәбиғәт мөйөштәре, тарихи урындары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Сәйәхәтте ойоштороу менән бер нисә туристик оператор шөғөлләнә. «Крекс» компанияһы белгестәре әйтеүенсә, уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс һәм файҙалы программа әҙерләнгән.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, был яңылыҡты балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡыуанып ҡабул иткән. Экскурсия бер яҡтан тиҫтерҙәрҙең аралашыуына, дуҫлашыуына булышлыҡ итһә, икенсенән, улар тыуған яҡ тарихын белеп үҫә, иҫтәлекле урындары менән таныша. Педагогтар билдәләүенсә, был тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләүҙең бер юлы.
Рәмзиә Кәримова