Ул Орджоникидзе районының 70 йыллығына арналған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Черниковкаға төрлө сәнәғәт предприятиелары, эшселәр эвакуациялана. Сталин районы йылдам үҫешә, сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа матур архитектуралы йорттар, яңы урамдар барлыҡҡа килә.
Мәҙәни тормош сәскә ата. Архив фотолары ҡала халҡын шул осорға алып ҡайта. Фотокүргәҙмә 17 ноябргә тиклем эшләй.
Лилиә Мәҡсүтова