Күп функциялы үҙәк белгестәре Өфөгә йыйылды

Бөгөн “Торатау” конгресс –холында Бөтә Рәсәй форумы башланды. Унда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү өлкәһендә иң яҡшы проекттар тәҡдим ителә. “Әле республикала күп функциялы үҙәктәрҙең илдәге иң күләмле селтәрҙәренең береһе эшләй, көн һайын 10 меңгә яҡын кешегә 350 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтә, тине Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңғы йылдарҙа яңы технологиялар индерелә, халыҡҡа хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра, - ти Ҡыйғы районынан Илдар Мөхөтдинов. Ул күп функциялы үҙәктә 8 йыл бүлек етәксеһе булып эшләй. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форумдың эшлекле программаһы өс өлөштән тора. Иртәгә Пленар ултырыш һәм ике стратегик сессия була. Конгресс барышында илдең иң яҡшы күп функциялы үҙәктәре  һәм уңышлы  проект тәҡдим итеүселәр билдәләнә.