Өфөлә патриотик митинг-концерт ойошторола

“Тыуған йортҡа рәхим итегеҙ!” Иртәгә Өфөлә патриотик митинг-концерт үтә. Ул Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә уҙған референдум һөҙөмтәләренә арнала. Был өлкәлә йәшәүселәр Рәсәй составына ҡушылырға теләк белдерҙе.  Тамашала башҡорт эстрадаһы артистары ҡатнаша. Концерт көндөҙ сәғәт 4-тә башлана. Сара ойошторолоуға бәйле, Мәжит Ғафури һәм Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә.