Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев махсус хәрби операцияла ҡатнаша

Өфөнөң Киров районында өлөшләтә мобилизацияланған егеттәр оҙатылды. Митингта һалдаттарҙың туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.

Ватан һаҡсыларын алыҫ юлға оҙатыусылар, егеттәр менән ғорурланабыҙ, тип уртаҡлашты. Запастағы резервистар хәрби комиссариаттан хәрби әҙерлек үтеү өсөн уҡыу үҙәктәренә юлланды. Неонацистар менән көрәшкә китеүселәрҙең күбеһе ҡыҙыу хәрби нөктәләрҙә ҡатнашыу тәжрибәһенә, хәрби-иҫәп һөнәрҙәренә эйә. Мобилизацияланған һалдаттар араһында Башҡортостан милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев та бар.

Минеңсә, әле китап уҡып, йәмәғәт тормошонда ҡайнау ваҡыты түгел. Ил тарихы өсөн ҡатмарлы ваҡиғалар осоро... Яҡындарым, күршеләрем, таныштарым махсус операцияға киткән осорҙа мин ситтә ҡалырға теләмәйем. Уртаҡ көс менән еңеп сығырбыҙ тип ышанам.

Марат Зөлҡәрнәев, мобилизацияға саҡырылыусы

Флорида Ким