Мәсьәлә Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында тикшерелде. Вице-премьер Марат Хөснуллин алып барған видеоконференцияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ултырышта Петровское ауылында 1968 йылда төҙөлгән таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау буйынса республика ғаризаһы ҡаралды. Әле ул саманан тыш таушалған.
«Проектҡа ярашлы, тәүлегенә 300 кубометрға тиклем үткәрергә һәләтле ҡоролмалар, шулай уҡ 380 метр оҙонлоҡтағы коллекторҙы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Был 1800 кешене һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк», – тине Башҡортостан башлығы. Инфраструктура проектының дөйөм хаҡы – 135 миллион һумдан ашыу. Шуның 108 миллионы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды заемы.