Ватан саҡырыуына Салауат районы халҡы ла ҡушылды

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенән бөгөнгә тиклем 300-ҙән ашыу ир-егет өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынды.

Төбәктән 66 ир-егет үҙ теләге менән Ватан һағына баҫты. Район мәҙәниәт йорто майҙаны алдында үткән сарала уларға урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар әҙерләгән аҙыҡ-түлек тупланмаһы, медицина препараттары тапшырылды.

Ватан һаҡсылары Свердловск өлкәһендәге хәрби часҡа юлланды. Төбәктә улар хәрби әҙерлек үтәсәк. Әйткәндәй, Салауат районы ир-егеттәре араһында илдә тәүгеләрҙән булып төҙөлгән Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальондарында ҡатнашыусылар бар. Һәр кемдең тыуған яҡтарын имен-һау ҡайтыуҙарын теләп диндарҙар доға ҡылды.

Азат Ғәлиуллин