Билдәле композитор Рим Хәсәновтың 75 йәшенә бәйле юбилей саралары үтәсәк

Был туралағы указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Ҡала мәҙәниәт һарайында концерт программалары ҡаралған. Ә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Рим Хәсәновтың тормош һәм ижад юлына бәйле, ғилми-ғәмәли конференция, маэстро призына фестиваль-конкурс ойошторороу күҙаллана.

Рим Хәсәнов 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы. Композитор 75 йәшлек юбилейын быйыл мартта билдәләне.

Азат Ғәлиуллин