Махсус хәрби операцияға саҡырылыусыларға хәйерле юл теләргә туғандары һәм дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Хәрбиҙәр сафына баҫыусыларҙың күптәре военкоматтан повестка килгәнен көтөп тә тормаған. Күптәренең хәрби тәжрибәһе бар.
Оҙатыу сараһында Иглин һәм Нуриман райондары хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡатнашты. Рәсми вәкилдәр хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә муниципалитеттар тейешле ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.