Йылына биш миллион пар бирсәткә һәм 100-ҙән ашыу эш урыны

«Алға» махсус иҡтисади биләмәлә яңы производство эш барларға әҙерләнә.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

«Аркада» сәнәғәт берекмәһе эш бирсәткәләре етештереү буйынса цех аса. Бина һәм ҡорамалдар әҙер, әле хеҙмәткәрҙәр туплана. «Аркада» – махсус иҡтисади биләмәләге 12 резидент. Ул былтыр декабрҙән эшләй. Беҙ «Алға» биләмәһендә эшҡыуарҙар тыныс һәм ышаныслы үҫешә алһын өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ. Был үҙ һөҙөмтәһен биреүгә ҡыуанам», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.