«Патриот» паркында 5 километрға уҙышта Рәсәй чемпиондары асыҡланды.
Беренселек өсөн илдең иң көслө спортсылары менән бер рәттән хеҙмәт коллективтары ла ярышты. Улар араһында саңғы буйынса олимпия уйындары чемпионы Никита Крюков та бар ине.
Ил кимәлендәге бәйгене уҙғарыу урыны тип Шишмә районындағы махсус трасса һайланған. Билдәле булыуынса, ул Рәсәйҙә иң оҙоно һанала. Стартҡа барлығы 800-гә яҡын кеше баҫты. Биш километрлыҡ дистанция үҙ эсенә 25 ҡаршлыҡты алған.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса ҡатын-ҡыҙҙар-араһында Мәскәү вәкиле еңеү яуланы. Уның командалашы өсөнсө, ә икенсе урынға Санкт-Петербург спортсыһы күтәрелде. Ир-аттар араһында яҡташыбыҙ Владимир Старцев бронза миҙал менән бүләкләнде. Рәсәй чемпионы исеменә Ҡазандан Иван Дегтярев лайыҡ булды.