Башҡортостандан мобилизацияланған хәрбиҙәр яҡындары менән кәңәшселәр аша элемтә тота

Билдәле булыуынса, Радий Хәбировтың хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысында эшләгән кәңәшселәре барлыҡҡа килде.

Улар ярҙамында әлеге ваҡытта хәрби әҙерлек үтеүселәрҙе борсоған мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә. Бәйләнеш тотоуҙың һөҙөмтәһе булып бөгөн Һарытау өлкәһенә яҡташтарабыҙ өсөн кәрәк-яраҡтар килтерелде.

Ҡазанда хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙға ла бөгөн үҙҙәре һораған кәрәк-яраҡтар барып етте. Улар резина итектәр, йоҡлау өсөн кәрәк-яраҡтар, йылы кейем, һыу һәм башҡа әйберҙәр алды. Бынан тыш, оборона министрлығы хәрбиҙәрҙе экипировка һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин иткән. Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егетттәр палаткалар ҡаласығында йәшәй. Туҡланыу менән ҡатмарлыҡтар юҡ.