Баймаҡ районынан мобилизацияға йәлеп ителеүсе ир-егеттәрҙең икенсе төркөмө оҙатылды

Райондың Бикеш ауыл хакимиәтенән генә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға өс кеше теләк белдергән.

Ил һағына баҫыусыларҙы оҙатырға туғандары менән бергә ауылдаштары ла килгәйне. Улар тәүҙә Һарытау, Ҡазан, Пенза, Вольск ҡалаларында урынлашҡан пункттарҙа хәрби әҙерлек үтәсәк. Яҡташтары һәм юлға сығыусыларҙың да теләктәре бер – тиҙ арала алға ҡуйылған изге бурысты үтәп, тыуған ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу.

Гөлдәриә Йосопова