Кремлдән ошо турала хәбәр итәләр. Президент Рәсәй составына яңы биләмәләр ҡушылыуға бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнаша. Дәүләт башлығы сара барышында телмәр тота. Тантана Мәскәү ваҡыты менән сәғәт өстә башлана. Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Донецк һәм Луганск республикалары халҡы референдум ваҡытында Рәсәйгә ҡушылырға теләк белдерҙе.