Баш ҡаланың Совет һәм Октябрь райондарынан резервта булғандар илдә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә бара. Сарала вице-премьер Ирек Сәғитов, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Улар егеттәргә уңыштар һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Башҡортостан вәкилдәре Ҡазан, Пенза, Һарытау, Вольск һәм Елань ҡалаларында хәрби әҙерлек үтә.