“Тыуған йортҡа рәхим итегеҙ!”. Өфөлә патриотик митинг-концерт дауам итә. Ул Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыуына арнала. “Был төбәктәрҙә йәшәүселәр яҙмышын беҙҙең илдән башҡа күҙ алдына килтерә алмай. Улар балаларын туған телдә уҡытырға, тыныс тормошта йәшәргә теләй. Беҙ улар менән бергә”, - ти “Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙҙең көс – берҙәмлектә. Берләшергә һәм еңергә”, - ти ғалим, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов. Ул июндә махсус хәрби операцияға юллана, Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларында хеҙмәт итә. Күптән түгел Башҡортостанға ҡайтты. “Был төбәктәрҙә йәшәгән кешеләр ихтыярын белдерҙе, Рәсәйгә ҡушылыуҙы хупланы. Был ғәҙеллек тантанаһы”, тип иҫәпләй ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй Президенты Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғын таныу буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.