Беҙ бергә! Өфөлә үткән "Тыуған йортҡа рәхим итегеҙ!" митинг-концертында 20 мең кеше ҡанашты

“Көслө баҫым булыуға ҡарамаҫтан, улар Рәсәйҙе һайланы”. Донбасс республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре халҡы беҙҙең илгә ҡушылыу өсөн тауыш бирҙе. Медицина фәндәре докторы, академик, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Вил Тимербулатов бөгөн шулай тип белдерҙе. Ул Өфөлә үткән “Тыуған йортҡа рәхим итегеҙ!” тип аталған митинг-концертта сығыш яһаны. Республика Донбасҡа утыҙҙан ашыу гуманитар ылау ебәрҙе. Шулай уҡ беҙҙең табиптар ундағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтте. Аҡ халатлыларҙың хеҙмәт вахтаһы әле лә дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Бөгөн тарихи көн. Донецк һәм Луганск республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре бөйөк илебеҙҙең бер өлөшөнә әйләнә”,- ти “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина. Ул бөгөнгө концерттың атамаһына  ауаздаш булған шиғыр ҙа яҙған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Митинг-концертта йәштәр, студенттар, төрлө ойошма һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Сәхнәлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны.