Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Силәбелә «Трактор» менән осрашты.
Уйындың яҙмышын Башҡортостан командаһы һаҡсылары хәл итте. Тәүҙә Шакир Мөхәмәҙуллин, артабан Михаил Науменков, һуңынан Павел Коледов индергән шайбалалар яҡташтарыбыҙға 3-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Киләһе осрашыуын Өфө клубы 2 октябрҙә үткәрә. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция 5-се яртыла башлана.