Рәсәйҙә армияға быйылғы көҙгө саҡырылыш бер айға һуңыраҡ башлана

  Ил президенты  тейешле  Указға  ҡул  ҡуйҙы.  Уға  ярашлы, 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем  Ҡораллы көстәргә  18 йәштән  27 йәшкәсә егеттәр  алына.  120 мең кешене  саҡырыу  планлаштырыла.  Бөгөндән  иһә мотлаҡ саҡырылыш  буйынса  алынып  бер йыл хеҙмәт иткәндәрҙе ҡайтарыу башлана.