Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Һарытау өлкәһендә Башҡортостандан мобилизация буйынса алынған хәрбиҙәр урынлашҡан пунктта булды. Унда беҙҙең республиканан 2 мең ярым кеше әҙерлек үтә. - Бөгөн мин һәм коллегаларым Башҡортостан егеттәре булған 5 урынға йүнәлдек. Бөгөнгә беҙҙең республиканан 7 мең ир-егет мобилизацияланған. - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы хәрбиҙәрҙең көнкүреше менән танышты уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. "Күп мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә тура килә. Һеҙҙең бөтә теләктәр иҫәпкә алына. - Ғаиләләрегеҙгә килгәндә береһе лә ауыр хәлдә ҡалмаясаҡ, һәр бер проблема шәхсән ҡарала. Барыһы менән ярҙам итәсәкбеҙ", тине Радий Хәбиров.