Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы мобилизацияға йәлеп ителгән яҡташтарына аҙна һайын ылау оҙатасаҡ

Илленән ашыу тәүге посылка әлеге көндә Пенза өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүсе Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән.

Урындағы халыҡ яугирҙарға төрлө кәрәк-яраҡтар, йылы кейем, күстәнәстәр алып килә.

Изге эшкә хәрбиҙәрҙең яҡындары ғына түгел, илдең киләсәгенә битараф булмаған барлыҡ кешеләр ҙә ҡушылған. Акциянан эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Улар тәүге партия менән яҡташтарына кейем-һалымдан тыш, тиҙ боҙолмай торған консервалар, гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәргән.

Әйткәндәй, стәрлетамаҡтар яҡташтарына ылауҙы аҙнаның һәр йомаһында оҙатырға килешкән. Икенсе машина 7 октябрҙә юлға сыға.