Быйыл Баймаҡ ҡалаһы республикала тәүгеләрҙән булып «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә күп фатирлы йорт алдарын төҙөкләндереү эшен тамамланы. Биләмәләрҙе яңыртыу һөҙөмтәләре хаҡында киләһе репортаж.
Күп фатирлы йорттар араһында йәйәүлеләр өсөн асфальт, ял итеү өсөн – эскәмйәләр. Сағыу төҫтәрҙә балалар майҙансығы һәм спорт урыны. “Башҡорт ихаталары” республика программа сиктәрендә ҡаланың Тыныслыҡ урамындағы 8 йорт алды яңырыу кисерҙе.
Быға тиклем дауахана биҫтәһендәге авария хәлендәге йорттар ҡала йөҙөн биҙәмәне. Хәҙер улар урынына”Иҫке йорт” программаһы буйынса 6 күп фатирлы йорт ҡалҡып сыҡты. Тыныслыҡ урамындағы ихата – ҡалала «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән 8-се йорт алды.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, киләһе йылда ла ике ҙур ихата янын төҙөкләндереү күҙаллана. Был иһә үҙ сиратында фатир хужаларына уңайлы шарттарҙа йәшәргә мөмкинлек бирә.
Альбина Байегетова