Халыҡ-ара Ололар көнө уңайынан Иглин районының мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәгеләр өсөн интернат йортонда байрам саралары үтте.
Интернат йортонда йәшәүселәр алдында Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Ололар артистар сығышын йылы ҡабул итте. Байрамға социаль учреждениела оҙаҡ йылдар эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә саҡырылды, Ололар көнө уңайынан барыһына ла бүләктәр тапшырылды.
Лилиә Мәҡсүтова