Бер ғаиләгә 250 йыллыҡ хеҙмәт стажы

Бер ғаиләгә 250 йыллыҡ хеҙмәт стажыБашҡортостандың йәмәғәт палатаһы ойошторған «Атайлыҡ ҡаһарманлығы» конкурсы лауреаты Анатолий Ефимов уҡытыусылар династияһын дауам итә. Ауырғазы районы вәкиле үҫеп килгән быуында тарих фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ киләһе сюжет геройы ғаилә ансамблен дә булдырған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Анатолий Ефимовтың дәрестәрен уҡыусылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тәжрибәле педагог интерактив форматта эшләп, үҫеп килгән быуынды тарих фәненә ҡыҙыҡһындыра белә. Һәр яңы тема – илдәге, донъялағы мөһим тарихи ваҡиғаларға сәйәхәт.

Уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылдарында олатаһы уҡыусылары менән бергә ауыл тарихына бәйле тикшеренеүҙәр башлай. Музейға бихисап экспонаттар йыйыла. Бында сыуаштарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә танышырға була. Анатолий Ефимов билдәләүенсә, уҡытыусыларҙың династияһын дауам итеү эшмәкәрлектә оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Ефимовтарҙың дөйөм педагогик стажы – 250 йылдан ашыу. Дәрестән һуң Анатолий өйөнә ашыға, унда ла йорт тулы балалар. Атай булараҡ ул ғәзиздәрен илһөйәр, көслө рухлы итеп үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Тарихҡа ғына түгел, сәнғәткә һөйөүҙәре лә уртаҡ. Ғаилә ансамбле район конкурстарында төрлө еңеүҙәргә ирешкән.

Олеся менән Анатолий Ефимовтарҙың йортонда шәжәрә ағасын да күрергә мөмкин. Ул-ҡыҙҙары тамырҙарын белеп үҫһен тип тырышалар. Балалары уҡытыусы һөнәренә лә оло ихтирам менән ҡарай, ғаилә эше һис шикһеҙ дауам итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина