Бөгөн бөйөк рус классик яҙыусыһы, билдәле мемуарҙар авторы Сергей Аксаковтың тыуған көнө

Ҡәләм оҫтаһының тыуыуына 231 йыл тулыу айҡанлы, республикала әҙәби һәм мәҙәни саралар ойошторола. Яҙыусының кесе Ватаны – Ҡырмыҫҡалы районында «Аксаков байрамы» уҙҙы. Сараны БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Тамашаның «Ал сәскә»не сәхнәләштереүҙән башланыуы осраҡлы түгел. Әкиәт нигеҙендә яҙылған нәҡ ошо әҫәр яҙыусыға киң билдәлелек килтерә. Халыҡ ижадын бәләкәй саҡтан күңеленә һеңдереп үҫкән яҙыусының әкиәт версияһын күптәр үҙ итә. Мәңгелек темаларҙы ла үҙ эсенә алған әкиәт рус әҙәбиәтендә классик әҫәрҙәр рәтен тулылындыра.

Өфөлә тыуған Сергей Аксаковтың бала сағы Ҡырмыҫҡалы районында уҙа. Кесе Ватаны тураһында яҡты хәтирәләрҙе ул автобиографик әҫәрендә теркәй. «Нәҡ ошонда мин тәбиғәт менән яҡынлаштым», – тип яҙа ҡәләм оҫтаһы. Киләсәктә кеше һәм тәбиғәт берҙәмлеге уның әҫәрҙәрендә төп темаға әүерелә. Бөгөн яҙыусының яҡташтары уның мираҫын һаҡлауға айырыуса иғтибар бүлә.

Бөгөн яҙыусының исемен мәңгеләштереү буйынса күләмле эш башҡарылған. Өфө үҙәгендә Аксаков урамы бар. Классиктың үлгәненә 50 йыл тулыуға баш ҡалала хәйриә аҡсаһына Аксаков халыҡ йорто һалына. Бөгөн ул бина Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры булараҡ билдәле. Һанай башлаһаң, күп инде.

Галина Иванова, Аксаков мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәре

Быйыл Сергей Аксаковтың тыуыуына 231 йыл тула. Әҙиптең тыуған көнөндә тантаналы саралар ойоштороу яҡшы йолаға әүерелгән. Был көндө сәхнәләрҙән уның әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғырай, спектаклдәр ҡуйыла. 32-се халыҡ-ара Аксаков фестивале сиктәрендә Пушкин аллеяһындағы бюсына сәскәләр һалынды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков кисәһе уҙҙы. Кисәлә баш ҡала уҡыу йорттарының алдынғы студенттарына Аксаков премияһы тапшырылды.

«Аксаков көндәре» республиканың төрлө нөктәләрендә уҙа. Тантаналы саралар иртәгә лә дауам итәсәк. Сергей Аксаковтың мираҫы рус әҙәбиәтендә ҙур урын алып тора. Әҙип тураһында хәтер йәшәй икән, тимәк, шәхес тә йәшәй.

Рәзилә Ғиниәтуллина