Был юлы ижади коллектив Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалпаҡ» әҫәренә мөрәжәғәт иткән.
Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Яңы ижад миҙгеленә бәйле, театр фойеһында артистар этник музыкаға сәхнә костюмдарында үтте, фото төшөү зонаһы эшләне.
Шулай уҡ премьера сиктәрендә уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлап, коллективтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Премьера Мирхәйҙәр Фәйзиҙең тыуыуына – 130, «Аҡ ҡалпаҡ» пьесаһының яҙылыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Азат Ғәлиуллин