Бөгөн уларҙың йәшәү шарттары менән республика етәкселеге танышты. Радий Хәбиров егеттәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙы борсоған мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителәсәк, тип белдерҙе.
Шулай уҡ урында Башҡортостан башлығының кәңәшсеһе лә тәғәйенләнде, ул яугирҙәрҙең мөрәжәғәттәрен Республика етәкселегенә еткереп торасаҡ. Һарытауҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бүлмәләрҙә әле казармалағы һымаҡ ныҡлы тәртип юҡ, сөнки егеттәр әйберҙәрен урынлаштыра ғына башлаған. Күбеһе Башҡортостандың баш ҡалаһынан, көнбайыш райондарҙан килеүселәр ҙә күп. Бында Октябрьский ҡалаһы, Туймазы, Шаран, Бәләбәй, Шишмә райондары вәкилдәрен күрергә мөмкин. Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙҙың йәшәү шарттарын ҡарап сыҡты, уларға изге теләктәрен еткерҙе.
Батыр яуҙа һынала, тигән һымаҡ, бөгөн – аныҡ эштәр заманы. Башҡортостан етәкселеге лә Һарытауҙағы полигонға буш ҡул менән килмәгән. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға кейем һалым, медицина препараттары, аҙыҡ-түлек тапшырылды. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар буталсыҡ заман менән файҙаланып кеҫә ҡалынайтҡанда икенселәре ил һағына баҫҡандарға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.
Запастан саҡырылғандар араһында төрлө быуын, милләт вәкилдәре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә ҡыйыулыҡ, илһөйәрлек кеүек сифаттар бәйләй. Яҡташтарыбыҙ әйтеүенсә, ҡасып-боҫоп ҡалырға теләүселәр булмаған, ҡайһы берҙәре повестка килмәҫ борон ирекле рәүештә ил һағына баҫырға йыйынған. Беҙ ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ именлеге хаҡына ил һағына баҫабыҙ, ти егеттәр.
Һарытауға Башҡортостан етәкселегенең килеүе яҡташтарыбыҙ өсөн айырыуса мөһим, сөнки өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс күптәр юлға ҡапыл ғына сыға, хәл итеп өлгөрмәгән проблемалар ҡала. Бөгөн бар һорауҙар ҙа республика делегацияһына еткерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры ғына өс тиҫтәнән ашыу мөрәжәғәтте теркәп алды. Радий Хәбиров белдереүенсә, яугирҙәрҙең үҙҙәре лә, яҡындары ла иғтибар үҙәгендә буласаҡ, хәстәрлек күреләсәк. Радий Хәбиров үҙе лә шәхсән һәр бер һорауға яуап бирҙе.
Полигонда егеттәр баштан-аяҡ кейендерелә. Көндәрҙең һалҡынайтыуын иҫәпкә алып йылы бушлаттар, бүректәр һәм башҡа кейем-һалыс бирелә. Размеры тура килмәгән йәки булмаған осраҡта алмаштырып алырға, заказ биреп көтөргә мөмкин.
Иң мөһиме: егеттәрҙең кәйефе көр, күтәренке. Улар был юлға фашизмды тар-мар итеү, Еңеү яулау өсөн сығыуын йәшермәй.
Рәмзиә Кәримова